Герб
Администрация сельского поселения
Бикбауский сельсовет
муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Контакты
Телефоны
Прочие контакты
Фактический адрес
453384, Республика Башкортостан, Зианчуринский район, д. Трушино, ул. Дружбы, д.11 а
Юридический адрес
453384, Республика Башкортостан, Зианчуринский район, д. Трушино, ул. Дружбы, д.11 а

Хөрмәтле гүзәл заттар!

Һеҙҙе язҙың тәүге байрамы – 8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрик итәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙ – ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, гүзәллек тә, йомшаҡлыҡ та, иң көслө Әсә хистәре лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған.Тәбиғәт уянған мәлгә тап килгән байрам тик яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдырһын. Яҙғы ҡояш нурҙары һәм Һеҙҙең яғымлы йылмайыуығыҙ менән яҡтыртылған был көндө һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Сөнки ул Һеҙҙе, гүзәл заттарҙы, ололау, айырыуса иғтибар күрһәткән көн.

Бөгөн ҡатын-ҡызҙарҙың күпселеге эш менән мәшғүл. Улар балалар ҙа үҫтерә, йортто ла ҡарай – уны яҡты һәм йылы итә, өҫтәүенә, карьера яһай һәм ошо мең төрлө мәшәҡәттәргә сумып ҡалмайса, үҙенең нәзәҡәтлелеген дә һаклай белә. Быларҙы бары тик ҡатын-ҡыҙ ғына булдыра ала.
Әммә шул уҡ ваҡытта ниҙер әйтелеп бөтөлмәгән кеүек тойола. Был мәңгегә шулай буласаҡ. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙан да серлерәк, илаһираҡ зат юҡ.
Ҡәҙерлеләребеҙ! Тормошоғоҙ шатлыҡ менән тулы булһын. Яҡын кешеләрегеҙ ҡәҙерегеҙҙе белеп йәшәһен. Барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Ғүмер-ғүмергә бәхетле булығыҙ! Оҙон ҡыштан арынған йөрәгебеҙҙе шулай йылытып, күңелгә йыр булып, байрам кәйефе бүләк итеп йәшәгеҙ.

Ҡотло булһын байрамығыҙ!

 

Ҡотлау менән Бикбау ауыл хакимиәте башлығы                                                       Юлсанов Р.З.