Герб
Администрация сельского поселения
Бикбауский сельсовет
муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Контакты
Телефоны
Прочие контакты
Фактический адрес
453384, Республика Башкортостан, Зианчуринский район, д. Трушино, ул. Дружбы, д.11 а
Юридический адрес
453384, Республика Башкортостан, Зианчуринский район, д. Трушино, ул. Дружбы, д.11 а

Хөрмәтле гүзәл заттар!

         Һеҙҙе яҙҙың тәүге байрамы – 8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым.  Ошо яҡты, ҡыуаныслы мәлдә беҙ – ир-егеттәр – ғаилә усағын һәм именлеген һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәргә, тормош юлдаштарыбыҙға, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, бар гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ мөхәббәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

        Бөгөн ҡатын-ҡызҙарҙың күпселеге эш менән мәшғүл. Ул балалар ҙа үҫтерә, йортто ла ҡарай – уны яҡты һәм йылы итә, өҫтәүенә, карьера яһай һәм ошо мең төрлө мәшәҡәттәргә сумып ҡалмайса, үҙенең нәзәҡәтлелеген дә һаклай белә. Быларҙы бары тик ҡатын-ҡыҙ ғына булдыра ала.

        Ҡәҙерлеләребеҙ! Ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, мәңгелек йәшлек, әсә бәхете, ғаилә ҡыуаныстары, тыныслыҡ, именлек теләйем! Был көн барығыҙ өсөн ҡыуаныс-яҡтылыҡҡа төрөнөүен, бүләк ителгән сәскә гөлләмәләре һәм йылмайыуҙар бар ғүмерегеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек йылыһына сорнауын теләйем. Бәхетле булығыҙ, яратып, яратылып йәшәгеҙ!

 

Ҡотлау менән Бикбау ауыл хакимиәте башлығы                                                       Юлсанов Р.З.